Конкурсҡа Башҡортостандан 12 автор 22 эш ебәргән. Башҡортостанстат етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин республика халҡын тауыш биреүҙең икенсе этабында әүҙемерәк булырға саҡыра. Икенсе этап – асыҡ тауыш биреү 11-нән 21 февралгә тиклем үтә. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн
www.strana2020.ru сайтында теркәлеп, бер һүрәт өсөн тауыш бирергә кәрәк. Иң күп тауыш йыйған һүрәттәрҙең 10 процентын профессиональ жюри ҡарап, еңеүсене билдәләйәсәк. Еңеүсегә 60 мең һум бирелә, уның һүрәте Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыуҙың талисманы тип билдәләнә. Конкурс һөҙөмтәләре 28 февралгә тиклем халыҡ иҫәбе алыуҙың рәсми сайтында
https://www.strana2020.ru/contest/talisman ҡуйыласаҡ.