+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2020, 15:15

Афғанстан...һаман һыҙлай йөрәк яраһы

Йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә илебеҙҙән ситтә Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгән яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө үтә.

Был көндө район үҙәгенең Хәтер аллеяһы алдындағы майҙанға совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарылыуының 31 йыллығына арналған митингҡа локаль һуғыш ветерандары, район хакимиәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре, йәштәр, предприятие, учреждение һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Алыҫ Афғанстанда барған һуғыш уты районыбыҙҙың бик күп ғаиләләренә ҡағылды. Был аяуһыҙ һуғышта 200-ҙән ашыу Ғафури егете ҡатнаша, уларҙың бишәүһе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай. Яуҙа башын һалғандарҙы иҫкә алыу, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарға хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариаты вәкиле Альберт Фәйезов, хәрби бәрелештәр ветерандарының район йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповтың һеңлеһе Фәрзәнә Яҡупова еткерҙе. Сығыш яһаусылар бөгөнгө сараның әһәмиәте, яҡташтарыбыҙҙың яу яландарында күрһәткән ҡаһарманлығы тураһында һөйләне, үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә данлы традицияларға таяныуын билдәләне. Районда бындай сараларҙы башлап йөрөүсе хәрби хеҙмәт һәм хәрби бәрелештәр ветерандарының эшмәкәрлеге оло баһаға лайыҡ.
Митингта ҡатнашыусылар локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алды. Ҡышҡы тынлыҡты боҙоп яңғыраған залп аҫтында һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды.
Читайте нас: