-1 °С
Болотло
Рәнис Алтынбаев, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары: “2019 йыл республиканың 100 йыллығы булды, ошо уңайҙан беҙмуниципалитеттар араһында «Тарих биттәре» тип исемләнгән ҙур марафон уҙғарҙыҡ. Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл булды. Быйыл Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл, Мәжит Ғафуриға – 140 йыл. Шулай уҡ Нестеров музейының юбилейы була, ҙур күләмле саралар көтөлә”.
Артур Әлибәков Бөтә Донъя фольклориадаһына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса дирекция етәксеһе, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры: “79 ил беҙҙең Фольклориадала ҡатнаша, уны республиканың һәр бер районы һәм ҡалаһы ҡабул итә. Республика ун фестиваль округҡа бүленгән, һәр район-ҡалаға 4 илдән 11 илдән килгән ҡунаҡтар юлланасаҡ”.
#нацпроекты