+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2020, 20:55

Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының социаль объекттарын ҡараны, “Хәүефһеҙ ҡала” системаһын сафҡа индереү барышы менән танышты.

Ул Өфөнөң Октябрь районында төбәк власы органдарының мәғлүмәт системаһы өсөн технология майҙаны булған Республика мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге урынлашҡан базала – Башҡортостандың Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәгендә булды.
Республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин республика етәксеһен Инорс биҫтәһенең Ленин урамында ҡуйылған интеллектуаль видеокүҙәтеү эше менән таныштырҙы. Әйткәндәй, ул төбәк Башлығы ҡушыуы буйынса башҡарылды.
Был комплексҡа 951 камера инә. Ҡорамалдар һүрәтте юғары сифатлы итеп төшөрөү, кешеләрҙе таныу функцияһына, автомобилдәрҙе туҡталҡаларға ҡуйыуҙы контролдә тотоу һәм башҡа сифаттарға эйә.
Өфө ҡалаһы башлығы Өлфәт Мостафин белдереүенсә, был технологиялар полиция хеҙмәткәрҙәренә, оператив һәм коммуналь хеҙмәттәргә уңышлы эшләргә булышлыҡ итә. Ул мониторинг системаһына күмәк кеше ҡатнашлығында саралар уҙған урындарҙы, шулай уҡ Сипайлово биҫтәһен өҫтәп, видеокүҙәтеү эшмәкәрлеге зонаһын киңәйтергә тәҡдим итте.
Министр “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә урынлаштырылған камералар системаһын камиллаштырыу иҫәбенә комплекс мөмкинлектәрен киңәйтеп буласағын аңлатты. Республика Башлығы, видеокүҙәтеү системаһын камиллаштырыу мөмкинлектәрен ныҡлы өйрәнергә кәрәклеген билдәләп, был тәҡдимде хупланы.
Ҡаланың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эш ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдарындағы “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекттарын бойомға ашырыуға ла булышлыҡ итә.
#нацпроекты
Читайте нас: