+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2020, 21:45

Мәскәүҙә “Башҡортостан” рестораны асылды

Рәсәйҙең баш ҡалаһында милли кухнялы “Башҡортостан” ресторанын рәсми асыу тантанаһында сәйәсмәндәр, эстрада йондоҙҙары ҡатнашты. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

“Мәскәүҙә электән “Әрмәнстан”, “Воронеж”, “Һарытау” исемле ресторандар бар. Ә бына хәҙер тәүге тапҡыр “Башҡортостан” рестораны ла барлыҡҡа килде. Быға бик шатмын. Башҡорттар – Рәсәйҙә һан буйынса дүртенсе милләт. Мәскәүҙә беҙҙән сыҡҡан күптәр йәшәй. Хәҙер уларҙың үҙҙәренең яратҡан аш-һыуҙы ауыҙ итерлек, үҙебеҙҙең музыканы тыңларлыҡ, яҡташтар менән аралашырлыҡ туған мөйөшө барлыҡҡа килде. Беҙҙең аш-һыуыбыҙ, ҡунаҡсыллығыбыҙ Башҡортостан менән бәйле булмаған ҡунаҡтарға ла оҡшар, тип ышанам. Ошо ресторанды асҡан эшҡыуарҙарға рәхмәтлемен. Тантаналы сараға сәйәсәт эшмәкәрҙәре, эстрада йондоҙҙары килгәйне. Улар менән ресторанды асыу тантанаһында ихлас ҡатнаштым. Минеңсә, бинаның сифаты юғары. Быға үҙегеҙ ҙә инанырһығыҙ тип ышанам. Яҙмалар китапсығына “Мәскәү, Орлик тыҡрығы, 3-сө йорт, 1-се ҡоролма, “Ҡыҙыл ҡапҡалар” метроһы” тип яҙығыҙ”, - тип белдерҙе республика Башлығы.
Яңы бина баш ҡаланың уртаһында, “Ҡыҙыл ҡапҡалар” метро станцияһы эргәһендә урынлашҡан. Уңайлы ресторан 150 урынға иҫәпләнгән төп залдан һәм 60 урынлыҡ караоке-залдан тора. 1 майҙан 1 октябргә тиклем йәйге веранда эшләйәсәк. Менюҙа – башҡорт, Европа һәм көнсығыш аш-һыуҙары.
Бынан тыш, республика Башлығы билдәләүенсә, Өфөлә милли аш-һыуыбыҙ тәҡдим ителәсәк ике ҙур ресторан асыу буйынса проект әҙерләнә.
Читайте нас: