+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль 2020, 19:45

Спорт - тормош нормаһы

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында дзюдо (КАТА) буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Бәйге “нагэ-но-ката”, “катамэ-но-ката” йүнәлештәре буйынса ойошторолдо.

Унда Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Пенза, Омск, Томск, Төмән, Ырымбур өлкәләренән һәм беҙҙең республиканан 46 спортсы (23 пар) ҡатнашты.
Көсөргәнешле ярышта түбәнге еңеүселәр билдәләнде. “Нагэ-но-ката” йүнәлеше буйынса беренсе урында – Иван Федоров һәм Егор Ғаязов (Мәскәү), икенселә – Денис Кулагин һәм Никита Горбатов (Пенза), өсөнсөлә – Николай Жихарев һәм Ярослав Жихарев (Санкт-Петербург).
“Катамэ-но-ката” йүнәлеше буйынса беренсе урынды Герман Савченко һәм Марк Слиозберг (Санкт-Петербург), икенсене – Ираклий Есебуа һәм Алексей Сидельников (Мәскәү), өсөнсөнө Борислав Хәмиҙуллин һәм Святослав Хәмиҙуллин (Ырымбур) алды.
Мәғлүм булыуынса, “Демография” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе “Спорт – тормош нормаһы” тип атала. Стәрлетамаҡтағы Рәсәй беренселеге лә милли проект сиктәрендә ойошторолған һәм, һис шикһеҙ, йәш быуында сәләмәт тормош рухын, спортҡа һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә.
#нацпроекты
Читайте нас: