-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 11:15

Владимир Путин эш төркөмө менән осрашты

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Төп Законға төҙәтмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр әҙерләү буйынса эш төркөмө ағзалары менән осрашты.

Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы етәксеһе Михаил Шмаков эш хаҡын мотлаҡ индексациялауҙы Рәсәй Конституцияһында нығытырға тәҡдим итте. Президент был тәҡдим менән килеште.
Мәғлүм булыуынса, Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумы дәүмәлендә гарантиялауҙы, социаль пособиеларҙы, башҡа социаль түләүҙәрҙе федераль закон менән билдәләнгән тәртиптә индексациялауҙы илдең Төп Законында айырып билдәләү зарурлығы тураһында әйткәйне. Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы етәксеһе иһә был пунктҡа шулай уҡ эш хаҡын индексациялауҙы ла индерергә тәҡдим итте.
“Быны ғәҙел тип иҫәпләйем һәм килешәм”, – тине Владимир Путин. Ул, Конституцияла пенсияларҙы индексациялау тураһындағы положениены аныҡ билдәләргә кәрәк, тине.
Читайте нас в