Башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстарҙа муниципаль органдар хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәселәр, уҡытыусылар, ата-әсәләр, ғөмүмән, теләге булған һәр кем тел буйынса белемен камиллаштыра ала. Артабан күнекмәләрҙе дистанцияла дауам итеү мөмкинлеге лә бар. Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларында тел өйрәнеү курстары ҙур ойошҡанлыҡ менән үткән, ҡатнашыусылар күп булған.