+26 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2020, 11:40

“Фән” милли проекты сиктәрендә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Фән” милли проекты сиктәрендә “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостанда донъя кимәлендә Евразия фәнни-белем биреү үҙәген төҙөү” тигән темаға стратегик сессия башланды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, тормошта халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
– Башҡортостанда фәнни-белем биреү үҙәген төҙөү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ – илебеҙҙең терәк төбәге, республикабыҙҙың иҡтисады яҡшы үҫешкән. Нефть химияһы, машиналар төҙөү йүнәлешендәге эре предприятиелар табышлы эшләй. Фәнни-белем биреү үҙәгенең тап Евразия йөрәгендә урынлашыуы һәр йәһәттән дә отошло.
Аҙна дауамында республикабыҙҙың фән һәм мәғариф учреждениелары, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ингән бөтәһе ун кластер буйынса әүҙем эш алып барыласаҡ.
Республикабыҙҙа төҙөләсәк Евразия фәнни-белем биреү үҙәге – уңышлы проекттарҙың береһе. Стратегик сессия 21 февралдә тамамлана.
#нацпроекты
Читайте нас: