Был ваҡытта Ҡояш, бәйләнеш спутнигы һәм ер спутник станцияһының ҡабул итеүсе антеннаһы бер һыҙатҡа теҙелә һәм спутник сигналдарын ҡабул итеү сифаты насарая йәки улар бөтөнләй юғала. Интерференция күренеше йылына ике тапҡыр өс аҙнанан ашыу көҙгө һәм яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән осорҙа (21 сентябрь һәм 21 март) була.
Рәсәй телерадиокампаниялар системаһы телерадиоканалдарға ҡояш интерференцияһы тәьҫирен кәметеү өсөн бөтә булған техник мөмкинлектәрен файҙалана. Башҡортостанда был интерференция 19 февралдән 13 мартҡа тик-лем күҙәтеләсәк. Ошо арауыҡта Красноусолда 11.12 – 12.15 сәғәттәрҙә Рәсәй радиоһы каналында сигнал юғалыуы ихтимал.