Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров күп бала тәрбиәләгән әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. “Һеҙҙең эш көнө иртәнге сәғәт 9-ҙа башланып 18 сәғәттә генә тамамланмай. Һеҙ – әсәләр. Был иһә ғаиләгеҙ, республика һәм ил алдындағы оло ҡаҙаныш”, - тине сығышында Андрей Назаров.
Бүләкләү тантанаһына килгән ҡатын-ҡыҙҙар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы тармаҡтарында эшләй. Уларҙың байтағы хужабикә. “Беҙ иң күңелле, иң яуаплы хеҙмәт атҡарабыҙ”, - ти улар.