Башҡортостанда алдынғы ғилми инфраструктураны ойоштороуға берҙәм һанлы платформаның булыуы шарт. Ул университеттарҙы, фән ойошмаларын һәм комплекслы ғилми-техник проект сиктәрендә иҡтисадтың корпоратив секторын берләштерергә тейеш.
– 2017 йылды алғанда, республикабыҙҙа тикшеренеүҙәр менән 3 мең ярымдан ашыу кеше шөғөлләнгән, шуның ете проценты фән докторы ине, ғалимдарҙың уртаса йәше 60 тирәһе, – тип һөйләй фән докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов.
Әлфис Суфиян улы белдереүенсә, “Фән” милли проекты нигеҙендә, республикабыҙҙа “Инновацион альянс” ғилми-белем биреү үҙәген төҙөү буйынса эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла.