+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 02:15

Милли проекттарҙың үтәлешенә йомғаҡтар яһалды

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында мөһим мәсьәлә ҡаралды – республикала 2019 йылда милли проекттарҙың үтәлешенә йомғаҡтар яһау һәм киләһе йылға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләү.

Ултырышты Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы.
– Уҙған йыл республика гөрләп торҙо. Эре объекттар төҙөлдө, төрлө мөһим саралар үткәрелде. Улар араһында 21 мәктәп, 22 балалар баҡсаһы, ике балалар поликлиникаһы, 33 ФАП, мәҙәниәт йорттары, торлаҡ һәм башҡалар бар. Һуңғы бер нисә йыл республикала ундай төҙөлөш булғаны юҡ ине әле, – тине Андрей Назаров. – Тик барыһы ла шыма тип тә әйтеп булмай. Милли проекттарҙың ҡайһы берҙәрендә етешһеҙлектәр булды. Был, мәҫәлән, “Демография” милли проектына ҡағыла. Бүләнгән аҡса ла 100 процент менән үҙләштерелмәне. Быйыл да ошоноң кеүек проблемалар булмаһын өсөн бөгөндән ең һыҙғанып эш башларға кәрәк. Маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү мөһим.
Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙы мониторинглау һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Өлгәшелгән маҡсатлы күрһәткестәр, бюджет аҡсаһын үҙләштереү, закупкалар тураһында әйтте. Былтырғы төп күрһәткестәргә туҡталды.
Милли проекттарҙың кураторҙары үҙ тармағы буйынса һөҙөмтәләр, уңыштар һәм етешһеҙлектәр тураһында ентекләберәк әйтте. Быйылға пландар билдәләне.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Андрей Назаров йөкләмәләр бирҙе. Улар араһында һәр объект буйынса юл картаһы әҙерләү, дәүләт контрактарын төҙөү ваҡытын тиҙләтеү, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципаль берәмектәр хакимиәттәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм башҡалар бар.
Бынан тыш Хөкүмәт Президиумы ултырышында “Башҡортостан ихталары” проектын тормошҡа ашырыу тәртибенә үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡаралды.
#нацпроекты
Читайте нас: