Статистиктар улар нигеҙендә булған тенденцияларҙы асыҡлау өсөн һандар менән эшләй, ә иҫәп алыуҙың төп принцибы булып үҙбилдәләнеш тора. Икенсе төрлө әйткәндә, статистиктар кешенең һүҙенә ышана, шуға ла иҫәп алыу ҡағыҙҙарына бөтә мәғлүмәт бары тик респонденттар һүҙенән сығып индерелә һәм мәғлүмәтте раҫлаусы бер ниндәй документ та талап ителмәй.
Шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре һалым хеҙмәтенә лә, Пенсия фондына ла, башҡа ведомстволарға ла тапшырылмай. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары баҫылғандан һуң, рес-понденттар тарафынан тултырылған иҫәп алыу ҡағыҙҙары юҡ ителә.
Буласаҡ иҫәп алыуҙан илебеҙ кешеләре халыҡтың теүәл һанын һәм милләтен белеп кенә ҡалмай, ә төбәктәрҙәге, ҡала-ауылдарҙағы социаль-иҡтисади хәл менән дә танышасаҡ.