+5 °С
Болотло
Илгиз Ҡәҙерғолов, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры: “Белгестәр саҡырҙыҡ Мәскәүҙән, Киров ҡалаһынан, Ырымбурҙан. Милли проекттар, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы, партия проекттары хаҡында һөйләйбеҙ. Осрашыуҙың маҡсаты – ауыл хакимиәте башлыҡтарын уҡытыу”.
Зыя Латипов Благовар районы Яныш ауылы хакимиәте башлығы: “Мин Благовар районы Яныш ауылы хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнгәнсе, мал табибы булып эшләйгәйнем. Шуға күрә был эш миңә ятыраҡ, Өфөләге уҡыу – алдағы эшемә ҙур этәргес булып торор тип ышанам”.