+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 02:20

Владимир Путин эксклюзив интервью биргән.

Ил Президенты Владимир Путин ТАСС-тың “Владимир Путинға 20 һорау” тигән махсус проекты өсөн эксклюзив интервью биргән.

Ил Президенты Владимир Путин ТАСС-тың “Владимир Путинға 20 һорау” тигән махсус проекты өсөн эксклюзив интервью биргән. Дәүләт башлығы менән билдәле журналист Андрей Ванденко аралашҡан. Был әңгәмәнең өҙөктәрен әле үк социаль селтәрҙәрҙә һәм “Youtube” каналында ҡарарға мөмкин.
Интервьюла Владимир Путин Президент булыуы нисек икәнлеген һөйләгән, ни өсөн һәм ниндәй ҡарарҙар ҡабул итергә тура килеүе тураһында әйткән. Һорауҙар араһында Хөкүмәт отставкаһы тураһындағыһы ла бар, Украина лидеры Владимир Зеленский менән уртаҡ фекергә килешеү мөмкинлеге лә ҡаралған. Был турала ТАСС-тың “Фейсбук”тағы сәхифәһендә анонс бирелгән.
“Һеҙ бит минең тормош менән йәшәмәйһегеҙ”, - ти Владимир Путин. “Беҙгә бардак кәрәкмәй, шоу ҙа кәрәк түгел... Миңә Бөйөк Рәсәй кәрәк”, - тигән дәүләт башлығы.
Интервьюның тулы вариантын 20 февралдә мәғлүмәт агентлығының барлыҡ онлайн майҙансыҡтарында ҡарарға мөмкин буласаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: