-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2020, 02:30

Яңы бурыстар билдәләнде

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, онкология сирҙәре менән көрәш федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үтте.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, онкология сирҙәре менән көрәш федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үтте. Башҡортостандан унда һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, республика онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов, министрлыҡ бүлектәре һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәне Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина ярҙамын һәм шифахана-курорт эшен ойоштороу департаменты директоры Екатерина Каракулина үткәрҙе.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, был проект ҡуйылған бурыстар һәм күләме буйынса иң күп аҡса талап иткән ҙур эштәрҙең береһе. Маҡсаты – пациенттарға медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу һәм халыҡ үлемен кәметеү. 2020 йылға яңы бурыстар билдәләнде, шул иҫәптән амбулатор онкологик ярҙам үҙәктәре селтәрен ойоштороу, йыһазландырыу һәм ауырыуҙарҙы дауалау протоколдарын, клиник тәҡдимдәрҙе индереү ҡаралды.
Былтыр Башҡортостанда дүрт амбулатор онкологик ярҙам үҙәге булдырылды. Киләһе йылға тиклем республика биләмәһендә 13 күп профилле медицина ойошмалары базаһында ошондай үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк.
#нацпроекты
Читайте нас в