Осрашыу Республика йортонда бөгөн үтте. Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙе байрам менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе, Ватанды һаҡлауҙа уяу булыуҙарын һораны.
Башҡортостан менән "Иван Грен" ҙур десант карабы командованиеһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа яҙылыуынса, республика карапты шефлыҡҡа ала. Уға ярашлы, берлектә хәрби-патриотик саралар уҙғарыу, республиканан карапҡа ижади коллективтар ҡатнашлығында концерт-смотрҙар ойоштороу, карапта хеҙмәт итеүгә Башҡортостан егеттәрен ебәреү ҡарала.
"Иван Грен" Төньяҡ флот составында хеҙмәттә тороусы хәрби десант карабы. Ул вице-адмирал Иван Грен хөрмәтенә аталған. Хәҙер карап өҫтөндә Башҡортостан флагы ла күтәреләсәк.