-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Февраль 2020, 20:05

Беренсе «Генерал Шайморатов» ордены тапшырылды

Бөгөн Өфөлә Мөғин Кәрим улы Нагаевҡа беренсе “Генерал Шайморатов” ордены тапшырылды.

Мөғин Нагаев 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Бөтә хәрби юлын дивизия менән бергә үтә. Ул артиллерия взводы командиры була. Берлин янындағы ҡаты алыштарҙа контузия ала, әммә часте ҡалдырып китмәй. Мөғин Кәрим улы 1956 йылға тиклем армияла хеҙмәт итә. Һуңынан төрлө урындарҙа етәксе булып эшләй. Быйыл 4 ғинуарҙа ветеранға 102 йәш тулды.
Читайте нас в