Сара полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың иҫтәлегенә арналған.
Яҡташыбыҙ Артур Фәрүәз улының исеме республикабыҙҙа ғына түгел, ә тотош илебеҙҙә лә яҡшы билдәле. Рәсәй Президенты тарафынан юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Ул вафатына тиклем Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы.
Бәйгелә республикабыҙҙың ҡалаларынан 300-гә яҡын кадет көс һынашты. Сараның маҡсаты - үҫмер йөрәгендә Ватанға һөйөү тәрбиәләү. Мәҫәлән, бәйгеселәр араһында Марсель Камалетдинов тигән үҫмер бар. Әйтеүенсә, кадет класында уҡыу уның өсөн – ғорурлыҡ, махсус белем усағы иһә малайҙарҙы ысын ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләй.