+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 13:00

Берҙәмлек булғанда эш ырай

Ауыл биләмәһе Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышының сираттағыһы 4 февралдә Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортонда үтте. Ултырышта район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район Советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Самат Менәүәр улы Ғәлиуллин, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, урындағы депутаттар, ауыл биләмәһенә ҡараған учреждение, ойошма етәкселәре һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, биләмәгә ҡараған ауылдар халҡы ҡатнашты.

Уҙған йылдағы эштәргә йомғаҡ яһап, урындағы халыҡтың көнитмеше, ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади хәле һәм киләсәккә пландары менән Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин таныштырҙы.
- Беҙҙең Сәйетбаба ауыл биләмәһенә 8 ауыл ҡарай. Биләмәлә барлығы 1022 йорт-хужалыҡ, уларҙа 3007 кеше теркәлгән. Уларҙың 556-һы пенсионер, эшкә яраҡлы йәштәгеләр – 1560, мәктәпкәсә йәштәге балалар – 262 (балалар баҡсаһына йөрөүселәр – 100), биләмәләге мәктәптәрҙә 301 уҡыусы белем ала. 2019 йылда ауыл биләмәһендә 22 бала донъяға килһә, 26 үлем осрағы теркәлгән.
Ауыл биләмәһенең былтырғы бюджеты 11 миллион 341 мең 482 һумлыҡ булды һәм башлыса дотациянан торҙо. Бюджетҡа төп килем ер һалымынан - 733,5 мең һум, мөлкәт һалымынан – 46,6 мең һум, НДФЛ-дан – 51,9 мең һум, нотариаль эштәр өсөн дәүләт пошлинаһынан – 22 мең 200 һум һәм ҡуртым түләмәләренән 34 мең һумдан тулыланды. Шулай уҡ хәрби иҫәп эштәренә хөкүмәт тарафынан 273, 3 мең һум бүленһә, юлдарҙы төҙөкләндереүгә 2 миллион 998 мең 332 һум, сүп-сар полигондарын юҡ итеү һәм айырым майҙансыҡ эшләп контейнерҙар алыуға 676 мең 947 һум бүленде.
Уҫман ауылының Тыныслыҡ, Үҙәк, Урман, Октябрь һәм Дуҫлыҡ урамдары, Имәнлек
ауылы тулыһынса, Сәйетбаба ауылындағы Каширин, Комсомол, Партизан урамының бер өлөшөнә, Ҡаранйылға ауылындағы Сов-хоз, Ж.Кейекбаев, Еңеүгә 50 йыл урамдарында юл ремонтланды. Урамдарҙы яҡтыртыуға килгәндә биләмә буйынса 336 лампа ҡуйылды, ҡалған урамдарға ла яҡтыртҡыстар алып ҡуйыласаҡ. Әлеге көндә ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа 4 сүп майҙансығы эшләнде һәм был эштәрҙе быйыл да дауам итәсәкбеҙ.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы тарафынан ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. “Аныҡ эштәр” проекты буйынса 220 мең һум бүленде, Ҡолҡан һәм Ҡаранйылға ауылы клубтарына 60 мең һумға музыкаль аппаратура һәм Сәйетбаба ауылы спорт залына 100 мең һумлыҡ спорт әйберҙәре алынды. Быйыл да был проект бу-йынса беҙҙең ауыл биләмәһенә
1 миллион 300 мең һум бүленәсәк. Быға Сәйетбаба ауылына кергән ерҙе һәм Ҡаранйылға ауылындағы Ж.Кейекбаев музейын кәртәләргә иҫәп тотабыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы программаһына ҡушылып, 19 миллион һумға “Уңайлы ҡала мөхите” проектын яҡлап ҡайттыҡ. Проект буйынса Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә спорт һәм балалар майҙансығы булған парк булдырыласаҡ, шулай уҡ бина алдындағы майҙанды төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Проект тормошҡа ашырылып, ауыл уртаһындағы был урын танымаҫлыҡ булып үҙгәрер, матурланыр тип өмөт итәбеҙ.
Тағы ла йылдан-йыл “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып киләбеҙ. 2019 йылда 1 миллион 500 мең һумға “МТЗ-82” тракторын алыуға өлгәштек. Быйыл да ошо проект буйынса 1 миллион 25 һумға роторлы ҡар өрҙөргөс менән тракторға арба алыуға конкурсҡа заявка бирҙек.
Ауыл биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫешен шулай уҡ барлыҡ биләмә халҡының шәхси һәм фермерлыҡ хужалыҡтары, бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм хөкүмәт ярҙамында ауыл халҡын хеҙмәтләндергән бюджет ойошмалары булдыра. Төп эш урыны булдырырҙай бюджет ойошмалары учреждениеларҙан ауыл биләмәһе хакимиәте, Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Сәйетбаба урта дөйөм белем биреү мәктәбе, Йөҙимән төп дөйөм белем биреү мәктәбе, Ҡаранйылға башланғыс мәктәбе, 2 балалар баҡсаһы, табиплыҡ амбулаторияһы, 4 фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто, 2 ауыл клубы, 3 китапхана, 1 почта бүлексәһе, музей, Һаҡлыҡ банкы филиалы, Күп функциялы үҙәк бүлексәһе, янғын һағы булып, уларҙа барлығы 150-нән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Шулай уҡ биләмәлә 19 шәхси эшҡыуар теркәлгән, уларҙа һәм 4 крәҫтиән-фермер хужалығында 40-лап кеше эш менән тәьмин ителгән. Эшкә яраҡлыларҙың күбеһе ситкә сығып, килешеү нигеҙендә вахта ысулы менән эшләп йөрөй.
Мәктәптәрҙә әлеге көндә 301 уҡыусы белем ала, уларға 52 уҡытыусы белем бирә. Балалар баҡсаларында: Сәйетбабала - 80, Йөҙимәндә 20 бала тәрбиәләнә. Мәҙәниәт йортонда өс балалар бейеү төркөмө, шулай уҡ балалар өсөн йыр, театр түңәрәге эшләй. Уларҙан тыш мәҙәниәт йортонда ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамблдәре, ҡумыҙсылар түңәрәге бар. “Аҡбейек” халыҡ театры һәм “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле киң билдәлелек яулаған. “Ағинәйҙәр клубы” матур ғына эшләп килә. Биләмә халҡын 2 табип һәм 17 медицина хеҙмәткәре ҡабул итә. Йыл аҙағында район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы ярҙамы менән Уҫман ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунк-ты асылды. Биләмәлә күп балалы ғаиләләр һаны 100. Хеҙмәт ветерандарын һәм өлкән йәштәгеләрҙе ике социаль хеҙмәткәр ҡарай. Уларҙың һәр береһенә 14-әр ветеран-пенсионер тура килә.
Биләмәбеҙҙә 13 магазин һәм киоск, икмәкхана, сыр етештереү һәм балыҡ ыҫлау, ике ярымфабрикаттар әҙерләү цехы, ике кафе, бынан тыш бер нисә пилорама, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшләй.
Эшҡыуар Раил Сахый улы Юлбарисов Сәйетбаба ауылындағы һыу үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереүҙе үҙ өҫтөнә алды.
Беҙҙең ауыл биләмәһендә 1039 дөйөм хужалыҡтан 928-е мал тота, йәшелсә үҫтерә. Хужалыҡтарҙа яңы тыуған быҙауҙары менән 1806 эре мөгөҙлө мал аҫрала, уларҙың 929-ы һауын һыйырҙары, аттар – 409 баш, ваҡ мал – 1766, ҡош-ҡорт – 4570, бал ҡорто – 5100 баш.
Уҙған йылда 10 яңы йорт (657 кв.м.) сафҡа индерелгән. Йорттар төҙөлөшө ауыл биләмәһенең һәр ауылында дауам итә. Үткән йыл Имәнлек ауылында ойошҡан рәүештә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте, быйыл да ошо йоланы башҡа ауылдарҙа дауам итербеҙ тип уйлайым.
Ауыл биләмәһендә эскелектең артыуы, ата-әсәләре иҫән булып та, балаларҙың ҡаралмауы, тәрбиә күрмәүе, законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыусыларҙың булыуы төп проблема булып тора.
Ауыл советы территорияһында башҡарылған эштәрҙә ярҙам иткәне өсөн Фәнзил Фәйез улына депутаттар һәм биләмә халҡы исеменән ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Һанап үтелгән эштәрҙе алғанда ла, алда торған бурыстарҙы барлағанда ла – ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, хакимиәт ауыл биләмәһе Советы депутаттарына таянып эш итә. Быйыл да, биләмәлә йәшәүселәрҙең өмөттәрен аҡлап, һайлаусылар менән тығыҙ бәйләнештә булып, бергә-бергә уңышлы эшләрбеҙ, - тип тамамланы сығышын А.Ә.Сәйфуллин.
Йыйылышта район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов райондың хәл-торошо менән таныштырҙы, бик күп эштәр эшләнеүен, башҡарыласағы тағы ла күберәк булыуын билдәләне. Урында уҡ бик күп һорауҙарға яуап бирҙе. Улар күпселек биләмәгә ситтән бал ҡорттары керетелеүгә, юғары тиҙлектәге Интернет булмауына, ҡурай, баян түңәрәктәре асыу кәрәклегенә, һаулыҡ һаҡлауға (мәрхүмдәрҙе ярҙырыу, теш дауалау кабинеты), һыу менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы булды.
Ултырышта 1-се һайлау округы депутаты Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина, һыу мәсьәләһе буйынса Раил Сахый улы Юлбарисов, Сәйетбаба ауылы ветерандар советы рәйесе Мөхәмәтзәкир Вәлиулла улы Ишмырҙин, “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Рәзим Ибраһим улы Мәүлетҡолов, Ғафури районы ветеринария станцияһы етәксеһе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов үҙ йүнәлештәре буйынса сығыш яһап, башҡарылған эштәр, пландар тураһында һөйләне.
Сәйетбаба ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы ҡарар ҡабул итте һәм ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: