-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 12:50

Осрашыу үтте

“Туған телгә 100 аҙым” проектына әүҙем ҡушылып, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре күп кенә саралар уҙғара. Был юлы китапханасылар Вәсилә Әбделмәнова менән Динара Әхмәдова Ауырғазы күп профилле колледжы студенттары менән яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһе буйынса әңгәмә ҡорҙо.

Студенттар башҡорт яҙыусыһының биографияһы, ижады менән танышты. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡтың ниндәй ауырлыҡтар кисереүен, тол ҡатындар, етем ҡалған сабыйҙар, аслыҡтан үлгәндәр хаҡында тетрәнеп тыңланы улар. Ҡара икмәккә лә зар-интизар булған һуғыш осоро кешеләрен һәр кем үҙе теләгәнен һайлап ашау мөмкинлеге булған хәҙерге заман кешеләре менән сағыштырҙылар.
Осрашыу һуңында хикәйәлә күтәрелгән проблемалар хаҡында әңгәмәләшеп, икмәк тураһында мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫтәренә төшөрҙөләр, Әнғәм Атнабаевтың “Ҡара икмәк” шиғырын уҡынылар.
Читайте нас: