+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 14:00

Уңышҡа ирештеләр

7-9 февралдә Өфө районының Глумилино ауылында XXVII Ауыл спорт уйындарының саңғы буйынса финалы үтте. Республиканың 24 районынан 99 спортсы ҡатнашҡан ярышта район саңғысылары уңышҡа иреште.

Иң-иңдәр көс һынашҡан уҙышта ра-йон командаһы 5-се урынға лайыҡ булды. Район данын Виолетта Алтынбаева (Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе), Лиана Хәкимова, Әлиә Йәнбәкова, Георгий Афанасьев (Красноусолдағы 1-се мәктәп), Илдус Уразғолов (Красноусол ауыл биләмәһе) яҡланы. 5 километрға уҙышта Лиана Хәкимова юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, өсөнсө, 3 километрға ярышта бишенсе булһа, Виолетта Алтынбаева тәүге ярышта-бишенсе, 3 километрға уҙышта алтынсы урынды алды.
Читайте нас: