+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 15:10

VI Бөтә донъя фольклориадаһын яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт сараларына аккредитаця асылды

2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем Башҡортостан Республикаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыла.

Ул Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларын үҙ эсенә ала. Биш ҡитғанан вәкилдәр, 80-гә яҡын ил һәм 100-ләгән коллективтың килеүе көтөлә. Быйылғыһы Фольклориада тарихында иң күләмлеһе булмаҡсы, тип ышана ойоштороусылар.
VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми сайтында рус, инглиз, испан һәм француз телдәрендә киң мәғлүмәт саралары өсөн аккредитация асылды.
Фольклориаданың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ойошторолған саралар тураһында мәғлүмәтте алдараҡ биреү күҙаллана.
Аккредитацияға һылтанмалар:
https://folkloriada2020.com/akkreditacziya-smi.html — рус
https://folkloriada2020.com/en/akkreditacziya-smi.html — инглиз
https://folkloriada2020.com/sp/akkreditacziya-smi.html — испан
https://folkloriada2020.com/fr/akkreditacziya-smi.html — француз.
Тулыраҡ — VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми сайтында.
Читайте нас: