-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 02:30

Никахтар күберәк теркәлгән

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, “күркәм көндә”, йәғни 2020 йылдың 20 февралендә республика ЗАГС-тарында 260-тан ашыу пар никахын теркәгән.

Ышаныуҙар буйынса, һандарҙың ошолай тап килгән көнөндә теркәлгән никахтар күпкә бәхетлерәк була. Бының ысынмы-юҡмы икәнлеген тикшереү ҡыйын, әммә статистика түбәндәгеләрҙе һөйләй. Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Балтас, Дыуан, Краснокама райондарында, Баймаҡ һәм Бәләбәй райондарында һәм ҡалаларында, Межгорье, Сибай ҡалаларында һәм Өфөнөң Ленин районында никахтар күберәк теркәлгән һәм айырылышыуҙар һаны кәмегән.
Асҡын, Ғафури, Йылайыр, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош, Шишмә райондарында, Дүртөйлө, Ишембай районы һәм ҡалаларында, Нефтекамала, баш ҡаланың Дим, Орджоникидзе, Октябрь райондарында ла никахлашыусылар һаны артҡан.
Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2018 йыл менән сағыштырғанда, былтыр яңы тыуған сабыйҙар һаны 4720-гә кәмегән.
Быйылдан иһә республикала тыуымды күтәреү өсөн өҫтәмә саралар күрелә башланы, республика Хөкүмәте социаль йүнәлеште өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе итеп ҡуйҙы. Атап әйткәндә, тыуымды күтәреү өсөн ярҙамсы репродуктив алымдар (ЭКО), эмбриондарҙы криокүсереү, абортҡа тиклем консультациялар үткәреү, түлһеҙ парҙарҙы бушлай тикшереү һәм башҡа саралар тураһында һүҙ бара.
Вице-премьер - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, халыҡ һаны артһын өсөн йыл һайын биш меңгә артығыраҡ баланың тыуыуы кәрәк. Һандарға килгәндә, ошо саралар 2024 йылға тиклем тыуым күрһәткесен 8,5 меңгә арттырыр, тип күҙаллана. Быға “Демография” милли проекты ла үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
#нацпроекты
Читайте нас в