Форумда уҡыусыларҙың сәләмәтлеге, мәктәптәге, кластағы психологик климат, берҙәм мәктәп формаһы, Интернетта белем алыуҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, балаларҙың туҡланыуын, ялын ойоштороу, майҙансыҡтар булдырыу, спорт йүнәлешендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, мәктәптәрҙә фикультминуткаларҙы, тергеҙеү, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балаларға инклюзив мөхит булдырыу һ.б. мәсьәләләр ҡарала.
Форумда мәктәп директорҙары, белем биреү өлкәһен етәкләүсе урындағы үҙидара органдары етәкселәре, башҡарма власть вәкилдәре, Балалар-үҫмерҙәр мәктәптәре директорҙары, ата-әсәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.