+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 19:00

Тауыш биреү башлана

Бөгөн Хөкүмәттә “Айыҡ ауыл-2019” бәйгеһенең ойоштороу комитеты ағзалары ултырыш үткәрҙе. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова алып барҙы.

Билдәле булыуынса, 1 мартта бәйгенең финалына сыҡҡан ауылдар өсөн https://golos.openrepublic.ru/ сайтында тауыш биреү башлана. Баһалама комиссия ағзалары өс көн дауамында 47 ауылдың презентацияһы менән танышты һәм уның һөҙөмтәһе буйынса 15 ауылды һайлап алды. Улар араһында районыбыҙҙың Еҙем-Ҡаран ауылы ла бар.Тауыш биреү 10 мартҡа тиклем дауам итәсәк һәм уның һөҙөмтәләренә таянып, ойоштороу комитеты еңеүсене билдәләйәсәк. Иң-иңдәрҙе тәбрикләү тантанаһы 19 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. Ҙур сарала һәр ауыл күргәҙмә ойошторасаҡ, аҙаҡ республика артистары һәм бәйге финалсылары ҡатнашлығында ҙур концерт буласаҡ.
Бәйгенең еңеүсеһе – 500 мең һум, икенсе урындағы – 250 мең һум, өсөнсө урын яулаған ауыл 150 мең һум аҡса һәм Хөкүмәт грамоталарын аласаҡ. Башҡа ҡатнашыусыларға 25-әр мең һум дәртләндереү бүләге һәм рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ. Иң әүҙем ҡатнашыусылар, ойоштороусылар ҙа төрлө бүләктәр менән билдәләнәсәк.
Ултырышта башҡа һорауҙар ҙа ҡаралды. Ленара Иванова яуаплы һәр министрлыҡ һәм ведомствоның докладын тыңланы. Шулай Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре белдереүенсә, улар бәйгелә ҡатнашҡан ауылдар халҡының һаулығын тикшергән, төрлө анализдар үткәргән, урынға табиптар һәм наркологтар сыҡҡан.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йәштәр араһында айыҡлыҡты һәм сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса саралар, флеш-мобтар, күп һанлы спорт ярыштары ойошторған. Мәҙәниәт министрлығы ла шулай уҡ төрлө саралар һәм концерттар аша айыҡлыҡты пропагандалаған. Гәзит-журналдар, телевидение, радио һәм интернет был сараларҙы төрлө яҡлап яҡтыртып барҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева быйылғы бәйгенең нескәлектәре тураһында һөйләне, айырыуса әүҙем райондарҙы билдәләп үтте.
– Бер райондан 22, 18, унар ауыл ҡатнашҡаны булды. Райондар бәйгегә бик ихлас ҡушылды, ныҡлап һәм төплө итеп әҙерләнде. Ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы ныҡлы көрәш бара, быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек һәм бик шатландыҡ. Конкурстың абруйы ҙур, файҙаһы ла күп, – тине ул.
Ойоштороусылар бәйгенең быйылғыһы үтеп китеү менән киләһенә әҙерлек башларға тәҡдим итте.
Читайте нас: