+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Февраль 2020, 02:55

Еңеүселәр билдәләнде

Төмән ҡалаһында II Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдар форумы тамамланды. Ханты-Мансы автономлы округында илебеҙҙең 68 төбәгенән йыйылған 600 кеше ике көн дауамында ҡала һәм туристик инфраструктуралары менән танышты, семинарҙарҙа ҡатнашты.

Форум эшендә Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәте министры Владимир Якушев ҡатнашты. Ул бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу проекттары күргәҙмәһе менән танышты. Сара һуңында еңеүсе ҡалалар тәбрикләнде.
Быйыл "Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит тыуҙырыуҙың иң яҡшы проекттары" конкурсында ҡатнашырға теләк белдереп 300 ғариза теркәлһә, уларҙың 286-һы экспертизаны уңышлы үткән. Башҡортостандан иһә 11 ғариза конкурста ҡатнашыу хоҡуғын алған.
Конкурс комиссияһы 80 еңеүсе проектты һайлап алған. Еңеүселәр федераль ҡаҙнанан 45 миллион һумдан алып 90 миллион һумға тиклем субсидия аласаҡ.
Республиканан бөтәһе 400 миллион һумға торошло биш проект уңышҡа өлгәшкән, йәғни Мәләүез, Яңауыл, Ағиҙел, Дүртөйлө ҡалалары һәм Николо-Березовка ауылы ҙур матди ярҙам аласаҡ, ул аҡсалар тораҡ пункттарҙы заманға ярашлы төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ.
Атап әйткәндә, Мәләүез ҡалаһының "Ҡайынлы юл" проекты ҡаланың үҙәк өлөшөн төҙөкләндереүҙе күҙаллай. Яңауыл ҡалаһы буйынса тәҡдим ителгән "Башҡоростандың төнъяҡ ҡапҡалары" проекты Шыршылы, вокзал майҙандарын һәм уларҙы тоташтырған сауҙа урамдарын яңыртыу мөмкинлеген тыуҙыра. "Ағиҙел тулҡындары" проекты Ағиҙел ҡалаһының үҙәген заманса итеп үҙгәртеүгә булышлыҡ итәсәк. Дүртөйлөнөң "Яңы ҡеүәт" проекты ҡаланың тарихи өлөшөн төҙөкләндереп, уны яңы өлөшө менән тоташтырасаҡ. "Өйгә ҡайтыу" проекты ярҙамында Николо -Березовка ауылы ла төҙөкләндереләсәк.
Республика Башлығы Радий Хәбиров федераль конкурста еңеүселәрҙе ҡотлап: "Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел һәм Никола-Березовка федераль конкурста еңеүегеҙ менән! Быйыл федераль аҡсалар иҫәбенә йәмәғәт киңлектәрен реконструкциялау буйынса мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Бер ай элек 11 ғариза биргәйнек, уларҙың бишәүһе еңде. Был конкурста ҡатнашҡан төбәктәр араһында – иң яҡшы һөҙөмтә. Гранттың дөйөм суммаһы - 400 миллион һум. Яҡшы эшегеҙ өсөн рәхмәт! Артабан барабыҙ!" – тип белдергән.
Конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Рәсәй Хөкүмәте, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан ойошторолған.
#ВладимирПутин
Читайте нас: