+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2020, 19:40

«Бала табырға ваҡыт» акцияһы

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм «Әсәләр советы» «Бала табырға ваҡыт» акцияһын башлап ебәрҙе. Иң әүҙемдәргә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар йә иһә яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләктәр тапшырыла.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм «Әсәләр советы» «Бала табырға ваҡыт» акцияһын башлап ебәрҙе. Иң әүҙемдәргә йөклө ҡатын-ҡыҙҙар йә иһә яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләктәр тапшырыла.
Социаль селтәрҙә «Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты. Башҡортостан Республикаһы» төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, акция йөклө йәки бала табырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бер-береһенә йыл башынан балалы ғаиләләр өсөн дәүләт яғынан тормошҡа ашырылған ярҙам саралары хаҡында һөйләргә мөмкинлек бирә.
«Бала табырға ваҡыт» акцияһында ҡатнашыу өсөн Instagram селтәрендә #балатабырғаваҡыт билдәһе менән фото һалырға һәм йөклөлөктө планлаштырыу тарихы тураһында яҙырға кәрәк. Бала табыу хаҡында уйлаған гүзәл заттарға ошо социаль селтәрҙә фанбитлектәр һәм фильтрҙар булдырыла.
Бала көткән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең фотоһын [email protected] электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Акцияла ҡатнашыу ҡағиҙәләре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – социаль селтәрҙә йәки ойошманың рәсми порталында.
Читайте нас: