-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2020, 11:35

Фольклориадаға аккредитация башланды

Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова, аҙналыҡ брифингта сығыш яһап, VI Бөтә донъя фольклориадаһына аккредитация башланыуын хәбәр итте.

Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова, аҙналыҡ брифингта сығыш яһап, VI Бөтә донъя фольклориадаһына аккредитация башланыуын хәбәр итте.
«Инеш өлөштө тамамлап, бөгөн халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға туранан-тура ҡағылышы булған ҙур мәҙәни сара хаҡында әйтергә теләйем. 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем Башҡортостан Республикаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыла. Рәсәйҙә был сара бер нисә этапта ойошторола. Асыу тантанаһы 18 июлдә Өфөлә була, ә 19 июлдә милли кейемдәрҙәге ҡунаҡтарҙың сығышы көтөлә.Тап ошо аҙнанан VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми сайтында Рәсәй һәм сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн аккредитация асыла, — тине Мария Захарова. — Сарала 85 илдән 3000-дән ашыу вәкил ҡатнаша. 14 көн дауамында коллективтар бер-береһе менән мәҙәниәт ярҙамында аралаша».
Читайте нас: