“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, сәләмәт туҡланыу мәсьәләһе көн ҡаҙағында торған, хәл итеүҙе көткән проблемаларҙың береһе. Түңәрәк өҫтәлдәге фекер алышыуҙа уҡыусыларҙы диспансерлаштырыу, балалар сирҙәрен иҫкәртеү, сәләмәт тормошто пропагандалау, стоматология мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Республикала балалар поликлиникаһының һәм мәктәптәге медицина кабинетының берҙәм һанлы контурын индереү ҙә ҡаралды. Хатта ошо йәһәттән үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән мәктәптәргә “Сәләмәтлек биләмәһе” тигән статус бирелеүе мөмкин. Форумда мәктәп медицинаһы буйынса ҙур тәжрибә туплаған коллективтар тарафынан олҫталыҡ кластары үткәрелде. Мәктәпкәсә йәштәге ойошмаларҙа тәрбиәләнеүселәр һәм уҡыусыларҙың сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу буйынса республика ведомство-ара саралар планы проектын – “юл картаһы”н әҙерләү йыйындың һөҙөмтәһе булды.