Башҡорт йыр сәнғәте йылъяҙмаһында Зәки Мәхмүтов исеме ҡабатланмаҫ моңо менән халыҡ хәтерендә һаҡлана. Халыҡ йырына, халыҡ моңона булған һөйөүе йырсыға бала саҡтан уҡ һеңә. “Минең атайым да, әсәйем дә йырҙан айырылманылар. Шуға мин дә, өс ағайым да халыҡ сәнғәте мөхитендә үҫтек. Ә Әсҡәт ағайым менән ярышып йырлап йөрөй торғайныҡ”, - тигән хәтерләүҙәр менән асып ебәрҙе был сараны алып барыусы Фәнзил Ғәлин. “Мәхмүтовтар өйөнән һыҙылып ҡына “Уйыл”, “Ғайса”, “Ашҡаҙар”, “Ишкәксе ҡарт” кеүек йыр ағыла башлаһа, үтеп барыусылар туҡтап тыңлар булған. Берәй мәжлес булһа, “Ғиззәтулла буламы һуң?” тип тә һорағандар”, - тип тә өҫтәне ул.
Йырсы өсөн атай йыры, ауыл моңо тәүге йыр мәктәбе була. Тамашасылар ул яратып башҡарған “Ишкәксе ҡарт” йырының видеояҙмаһын да йотлоғоп тыңланы. Һуңынан ауыл аҡһаҡалы Әнүәр Исмәғил улы Арыҫланов Зәки Ғиззәт улы рухына аят уҡып, күңелендә һаҡланған иҫтәлектәрен йылы тойғолар менән әйтеп үтте.
Үтәк ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Тәлғәт улы Әмирханов, район хакимиәтенең социаль бүлек етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы Насирова сығыш яһап, киләсәктә тыуған ауылында исемен мәңгеләштереү өсөн ауыл мәҙәниәт йортонда музей булдырырға тәҡдим итеп, кемдә ниндәй иҫтәлектәр, шәхси әйберҙәре һаҡлана - әле булдырылған мөйөшкә тапшырыуҙарын һоранылар. Ауылдашы Фәниә Солтанова, Рауил Раҡаев, “Табын” гәзите фотохәбәрсеһе Наил Латипов сығыш яһап, музей асыу тәҡдимен хуп-ланы һәм үҙҙәре ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтәсәктәрен дә белдерҙеләр.
Яҙмыш елдәре Үтәк егетен Өфө музыка училищеһына алып килеп, талапсан педагог Любовь Троицкая класында шөғөлләнә ул. 1958 йылда йырсыны Өфө дәүләт филармонияһына эшкә алалар. Бында килгәс Сөләймән Абдуллин менән эшләргә тура килә уға. Башҡорт халыҡ йырҙарына булған мөнәсәбәтен шунда тағы ла байыта төшә. Ҡурайсы Рәхмәтулла Бүләкәнов, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дил-мөхәмәтов менән яҡшы мөғәләмәлә була. 1963 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Был дәүерҙә халыҡ күңелендә ҡалған сағыу образдарын: Заһир Исмәғилевтың “Салауат Юлаев”, “Ҡоҙаса”, “Шәүрә”, Хөсәйен Әхмәтовтың “Замандаштар”, Чайковский, Римский-Корсаков операларынан партиялар башҡара. Халыҡ йырҙарына булған һөйөүе йырсыны 1976 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына алып ҡайта. Халҡыбыҙҙың “Ишкәксе”, “Бағанаш”, “Уйыл”, “Зөлхәбирә”, “Йәмле Ағиҙел буйҙары” кеүек йырҙары уның башҡарыуында яңы һулыш ала. Йырсы бөтә ғүмерен башҡорт сәнғәтенә хеҙмәт итеүгә бағышлай, үҙенең оҫталығын йәш быуынға еткерергә тырыша. Һуңғы йылдарҙа ҡаты сирләүенә ҡарамаҫтан, сәнғәт институтында студенттарға белем биреүен дауам итә.
2003 йылдан Ғафури районы хакимиәте тәҡдиме менән Зәки Мәхмүтов исемендәге йырсылар конкурсы ойошторола. Был бәйге йырсының исемен мәңгеләштереп кенә ҡалмай, төбәк-ара йыр-моң байрамына әүерелә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2004 йылда үткәрелгән Зәки Мәхмүтов исемендәге бәйге еңеүсеһе һәм алыштырғыһыҙ жюри ағзаһы Әнүәр Ғәзизовтың “Ҡаһым түрә”не, 2010 йылғы бәйге еңеүсеһе Рәмил Сәйфуллиндың, конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Рәмил Ҡотдосовтың, 2007 йылда үткән бәйге еңеүсеһе, Үтәк ауылынан йырау-сы (хәҙер мәрхүм) Миңлеғәле хәҙрәт Заһиҙуллиндың ейәнсәре Арина Селянина башҡарыуындағы халыҡ йырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер.
Йырсы ҡайһы ерҙә, йә илдә йөрөһә лә үҙенең юғары эске мәҙәниәте, халыҡсан моңо менән халҡын таныта һәм юғары кимәлдә күрһәтә. Сара һуңында:
- Һоҡланыуым күкрәгемә һыймай,
Йөрәгемдән моңдар урғыла.
Моңло ирҙәр данлай тыуған яғын,
Күкрәгемдән моңло йыр тыуа, - тигән шиғыр юлдары яңғырап, уның авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Ғ.Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Рәмил Ғимрани йырсыға атап яҙған “Аҡҡоштар һөйөүе” йырын башлап үтәктәргә ишеттерҙе. Барыһы ла яңы йырҙы көслө алҡыштарға күмде, осрашырбыҙ әле йыр аша тигән күңелле ҡараш һәр кемдә балҡыны.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.