-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2020, 02:00

Премьера үтте

Өфө дәүләт “Нур” театрында А. Толстой әҫәре буйынса ҡуйылған “Алтын асҡыс” спектакленең премьераһы үтте.

Беренсе тапҡыр актерҙар менән “Нур” балалар театр мәктәп-студияһында шөғөлләнеүселәр ҙә сығыш яһаны, уларҙың араһында һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә бар ине. Йәмғеһе сәхнә әҫәрендә 50 бала уйнаны.
“Алтын асҡыс”тың режиссеры Марат Хәсәнов белдереүенсә, балалар менән эшләү - ҡыҙыҡлы шөғөл, уларҙы әҙер актер тип әйтеп була.
Шаян Буратино ролен мәктәп-студияның йәш тәрбиәләнеүсеһе Вера Ковшова башҡарған.
“Алтын асҡыс” спектакленең йыр-бейеү менән үрелеп барыуы, барыһына ла яҡшы таныш персонаждарҙың ҡыҙыҡлы мажаралары – быларҙың барыһы ла тамашаны бер тынала ҡарап сығыуға булышлыҡ итә. Уның тағы ла бер үҙенсәлеге – инклюзив театр тип аталыуы.
Инклюзив театр – үҙенә ылыҡтырған, хатта ҡатнашырға булышлыҡ иткән театр. Башта ул һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн арт-терапия булараҡ ҡулланыла. Бындай төр кескәйҙәрҙе сикһеҙ ижади мөмкинлектәре менән әсир итә, үҙенсәлекле донъяуи ҡараштары менән театр донъяһында айырым урын биләй. Инклюзив театр – ул башҡа кешенең хәленә кереү, эскерһеҙлек ҡоралы.
#нацпроекты
Читайте нас: