“Рәсәй лидерҙеры. Сәйәсәт”конкурсында ҡатнашырға теләк белдереп, бер тәүлектә һигеҙ меңдән ашыу кеше мѳрәжәғәт иткән, шул иҫәптән Мәскәү ҡалаһынан – 17,2 процент, Свердловск ѳлкәһенән – 7,9 процент, Мәскәү ѳлкәһенән – 5,4 процент, Санкт-Петербургтан — 5,4 процент, Башҡортостан Республикаһынан – 4,9 процент. Ҡатнашыусылар барлыҡ тѳбәктәрҙән бар тип әйтергә мѳмкин, тик Чукотка автономлы округы ғына әлегә ситтә ҡалған.
“Рәсәй лидерҙары” идарасылар конкурсынан айырмалы рәүештә, был бәйгелә үҙенең ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеген Рәсәйҙең шул тѳбәге менән бәйләгән йәки теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
Ғаризаларҙың 87,3 процентын ир-егеттәр биргән, әммә теркәү үтеүҙең тәүге этабын ҡатын-ҡыҙҙар уңышлы атҡарған. Конкурсанттарҙың 48,7 проценты юғары белемле, 16,8 проценты бакалавр дипломына эйә, 16, 7 процентының ике юғары белеме бар, 5,4 проценты - фәндәр кандидаты, 0,6 проценты - фәндәр докторы. Конкурста ҡатнашырға теләгәндәр араһында күпселекте тѳҙѳлѳш, мәғариф, мәғлүмәт технологиялары, башҡарма власть, транспорт һәм логистика ѳлкәһенә ҡарағанбелгестәртәшкил итә.
28 февралдә Мәскәү ваҡыты буйынса18.00 сәғәттә конкурс сайтында ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү ѳсѳн диуар асыла. Сараны Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Рәсәй – мѳмккинлектәр иле” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма ойоштора. Ҡатнашырға теләгәндәрҙе теркәү 16 мартҡа (18.00 сәғәткә)тиклем бара.
“Рәсәй лидерҙеры 2020” конкурсының финалынаВолга буйы федераль ѳлкәһенән 30 кеше ингән: Татарстандан – ете, Башҡортостандан – алты, Сыуашстан Республикаһынан – дүрт, Түбәнге Новгород ѳлкәһенән —ѳсәр һәм ҡалған тѳбәктәрҙән - бер-ике конкурсант. Ярымфиналда республиканан бѳтәһе 40 кеше ҡатнашҡан булған.
#ВладимирПутин