Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Социаль коммуникация буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская халыҡтың социаль селтәрҙә “сүп-сар реформаһы” мәсьәләләре буйынса ялыуҙарына күҙәтеү яһаны. Төбәк операторҙары контейнер майҙансыҡтарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу барышын фототеркәү тураһында отчет яһаны. Был эштәге мониторингтың автоматик системаһын булдырыу ҙа дауам итә. Система тулыһынса 16 марттан эшләй башлаясаҡ.
Кәңәшмәлә ойошмалар менән килешеү төҙөү мәсьәләләре лә тикшерелде. Бөгөн төбәк операторҙары менән быйылғы эшмәкәрлек буйынса 20 426 килешеү төҙөлгән, был республикалағы ойошмалар һәм эшҡыуарҙарҙың 50 процентын тәшкил итә.