Рәсәй Хѳкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин был сараға әҙерлек буйынса министрлыҡтарға һәм ведомстволарға тәҡдимдәр исемлегенә ҡул ҡуйҙы. Аныҡлап әйткәндә, улар үҙҙәренең вәкәләттәренән сығып, Үҙәк һайлау комиссияһына граждандар исемлеген тѳҙѳү һәм асыҡлау ѳсѳн мәғлүмәт бирергә тейеш. Эске эштәр министрлығы яңы адрес буйынса теркәлгән граждандарҙың элекке йәшәгән урындарындағы иҫәптән ѳс кѳн эсендә тѳшѳрѳргә тейеш. Федераль башҡарма власть органдары һайлау комиссияларына граждандарға тауыш биреүгә әҙерлек һәм уҙғарыу тураһында мәғлүмәт таратыуҙа булышлыҡ итәсәк. Ошондай уҡ тәҡдим “Һаҡлыҡ банкы”, “ВТБ”, “Рәсәй почтаһы”, “Аэрофлот” кеүек банктарға һәм баш ҡаланың метрополитенынаошондай уҡ тәҡдим ебәрелгән. Тѳбәк властарына тауыш биреү ѳсѳн бушлай бина һәм барыуы ауыр булған райондарҙа, участоктан ситтәгеләр ѳсѳн транспорт менән бушлай тәьмин итеү ҡушылған.