Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау сифатын күтәреү, ғаиләләргә ярҙам итеү, фәҡирлекте кәметеү.
“Фән” федераль милли проекты иһә илебеҙҙә иң уңышлы проекттарҙың береһе. Уға ярашлы, Рәсәйҙә хеҙмәт күрһәтеү ватандаштарыбыҙ һәм сит ил ғалимдары һәм йәштәр өсөн ылыҡтырғыс булһын. Алдан күҙаллауҙар буйынса, 2024 йылға хәтлем беҙҙәге ғилми баҫмаларҙа яҙмаларын баҫтырған ғалимдарҙың һаны 30, 8 мең тәшкил итергә тейеш. Сағыштырыу өсөн: 2019 йылда 27, 8 мең фән әһеленең “ижад емеше” донъя күргән.
Фән кандидаты Айсыуаҡ Ҡотлогилдиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, милли проекттар – илебеҙҙең киләсәге.
– Эҙләнеү-тикшеренеүҙәргә нигеҙләнгән хеҙмәттәреңде Рәсәйҙә баҫтырыу һәр фән кешеһе өсөн мәртәбә, – ти ул. – Башҡортостандан тыш күптән инде тотош илебеҙ киңлектәренә сыҡтым. Ғалимдарға ғилми баҫмаларын йышыраҡ баҫтырыу зарур. Ғөмүмән, ошо йүнәлешкә эшмәкәрлегемде көйләнем.