-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2020, 02:05

Спорт объекттары асыла

Башҡортостан 2020 йылда 11 яңы йәки яңыртылған спорт объектын асырға йыйына.

Башҡортостан 2020 йылда 11 яңы йәки яңыртылған спорт объектын асырға йыйына. Ошо турала Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ведомство етәксеһе Руслан Хәбибов хәбәр итте.
«Дүрт стадионды реконструкцияларға кәрәк: Белоретта — «Металлург», Мәләүездә — «Спартак», Нефтекамала — «Торос», Күмертауҙа — «Шахтер». Быйыл Өфөнөң «Нефтсе» бассейнын төҙөкләндереү тамамлана. Ишембайҙа ябыҡ һырғалаҡты төҙөп бөтөрбөҙ. Шулай уҡ Федоровкала, Ермолаевкала, Аҡъярҙа өс бассейн төҙөү ҡаралған. Раевкала, Шаранда бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплекстары барлыҡҡа килә. 2024 йылға тиклем республиканың барлыҡ муниципалитеттарында типовой проекттар буйынса тағы 16 бассейн төҙөлә», — тине Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры.
Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡ алдына спорт объекттарын тәьмин итеү өсөн финанслау сығанаҡтарын эҙләү бурысын ҡуйҙы.
2021-2022 йылдарҙа Өфөлә ҙур спорт үҙәктәре: Волейбол үҙәге, Спорт көрәше һарайы, Спорт гимнастикаһы үҙәге барлыҡҡа килә. Һуңғы объектты финанслау өсөн 450 миллион һум күләмендә федераль аҡса йәлеп ителгән, тине Руслан Хәбибов. Өфө ошондай схема буйынса хаҡы 3 миллиард 186 миллион һумға баһаланған Спорт көрәше һарайын төҙөү өсөн үҙәк аҡсаһын йәлеп итергә теләй. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры ошо сумманың 50% федераль бюджеттан ҡаплау теләген белдерҙе.
#нацпроекты
Читайте нас в