+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2020, 02:40

Яңы һөнәр алғандар

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йыл дауамында беҙҙә 6,3 мең самаһы эшһеҙ мәшғүллек үҙәктәре йүнәлтмәһенә ярашлы бушлай һөнәри әҙерлек үткән.

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йыл дауамында беҙҙә 6,3 мең самаһы эшһеҙ мәшғүллек үҙәктәре йүнәлтмәһенә ярашлы бушлай һөнәри әҙерлек үткән.
Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәр йәмғеһе 170-тән ашыу һөнәр үҙләштергән, был мөмкинлек бөтә эшһеҙҙәрҙең 60 процентына яңы хеҙмәт урыны табырға булышлыҡ иткән.
Бала ҡарау буйынса ялда ултырған йәш әсәйҙәр ҙә өҫтәмә һөнәр алыу яҡлы. Былтыр мәшғүллек үҙәктәре ярҙамында шундай 546 ҡатын-ҡыҙ яңы һөнәргә эйә булған.
“2019 йылда “Демография”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте яҡлау” милли проекттарына ярашлы, айырым категорияға ҡараған граждандарға яңы һөнәр алыуға, квалификация күтәреүгә булышлыҡ иткән саралар ғәмәлгә ашырыла башланы”, - тип билдәләне ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән был милли проекттар халыҡҡа эшле, шөғөллө булырға, һөнәри мөмкинлектәрен киңәйтергә яңы юлдар аса. Башҡортостанда был эш быйыл да дауам итәсәк. Ведомство министры белдереүенсә, ағымдағы йылда тағы ун мең самаһы кеше әлеге мөмкинлектән файҙалана аласаҡ. Уларҙың 1,5 меңе – 50 йәштән уҙған кешеләр булһа, 1,3 меңе декрет ялындағы әсәйҙәр булыр, тип күҙаллана.
Шулай уҡ быйыл Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы мәшғүллек үҙәгенең эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса пилот проект тормошҡа ашырыласаҡ.
#нацпроекты
Читайте нас: