+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2020, 02:00

Ижад байрамы үтте.

Октябрьский ҡалаһында өсөнсө тапҡыр ҙур ижад байрамы үтте.

Традицияға әйләнгән фестивалде ҡаланың Татьяна Кетько етәкселегендәге Инвалидтар ойошмаһы үткәрә, йылдан-йыл уның ҡатнашыусылары һәм көйәрмәндәре арта бара.
Быйыл сараны Президент гранттары ярҙамында ойошторғандар.
Уникаль ижади байрамдың төп маҡсаты – мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы тормошҡа яраҡлаштырыу, социалләштереү, интеграциялау, уларҙың проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү. Әйтергә кәрәк, ижад был йәһәттән иң һөҙөмтәле һәм уңышлы юлдарҙың береһе булып тора. Ул кешеләргә танышыу, аралашыу мөмкинлеген бирә, үҙҙәрен асырға ярҙам итә.
Халыҡтар дуҫлығы йортонда башланған фестиваль парадтар менән асылған. Сәхнәгә 30 ҡатнашыусы күтәрелгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы төрлө жанрҙарҙа сығыш яһап, ижади булмышын, рухи ҡеүәтен күрһәткән. Ҡыҫҡаһы, был көндө сәхнәнән шиғырҙар ҙа, йырҙар ҙа яңғыраған, бейеүҙәр, мини-спектаклдәр, видеороликтар күрһәтелгән, ә фойелағы ижади күргәҙмә сағыулығы һәм байлығы менән хайран иткән.
Фестиваль тамашасыларҙың да күңеленә хуш килгән. Унан һуң, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәшәү көсө, ижади ынтылыштары – һау-сәләмәт булғандар өсөн дә өлгө, фәһемле ғәмәл.
Әйтергә кәрәк, “Демография” һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә генә түгел, ә сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға, төрлө категорияға ҡараған граждандарҙың эске мөмкинлектәрен асыу өсөн шарттар тыуҙырыу, уҡыуҙа һәм мөхиткә яраҡлашыуҙа тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ярҙам итеү кеүек маҡсаттарҙы үҙ эсенә ала.
#нацпроекты
Читайте нас: