+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март 2020, 16:45

Агросәнәғәт форумы

Өфөлә уҙасаҡ «АгроКомплекс» күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙың береһе тракторҙа ҡайтып китәсәк.

Өфөлә 17-20 мартта халыҡ-ара «АгроКомплекс» күргәҙмәһе һәм агросәнәғәт форумы үтәсәк.
Беренсе тапҡыр Башҡортостанда Ҡалмыҡ Республикаһы, Воронеж, Һарытау өлкәләре үҙҙәренең коллектив стендтарын күргәҙмәгә сығара. Шулай уҡ "АгроКомплекс"та тәүге тапҡыр Ҡабарҙы-Балкар Республикаһы, Ҡурған һәм Рязань өлкәләре, Ҡаҙағстан да ҡатнаша. Күргәҙмәне барып күрегеҙ, дуҫтар, минитрактор ҙа отоуығыҙ бар! Тәүҙә ҙур булмаған төбәк экспозицияһы булараҡ ойошторолған күргәҙмә хәҙер ауыл хужалығы, фән, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләүселәрҙең тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнде.
Форум сараларында ҡатнашыр өсөн сайтта бушлай теркәү үтергә кәрәк www.agrobvk.ru/o-forume/registratsiya.
Читайте нас: