+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март 2020, 18:25

Кескәй принцессалар балында тотош республиканан 250 ҡыҙ ҡатнашҡан

7 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йолаға әүерелгән «Кескәй принцессалар балы» үтте. Хәйриә сараһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ойошторола.

7 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында йолаға әүерелгән «Кескәй принцессалар балы» үтте. Хәйриә сараһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ойошторола.
Уға тотош республиканан 250 ҡыҙ саҡырылған. Былтырғы кеүек үк, хореография колледжы уҡыусылары опера һәм балет театрында байрам һәм әкиәт мөхитен тыуҙырған.
Сарала ҡатнашыусыларҙы форма кейгән кавалерҙар – Өфө юридик институты студенттары оҙатып йөрөй.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә Грек залында тамаша башланған, һуңынан ҙур бал ойошторолған. Йәш принцессаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә «Осоусы карап» спектакле күрһәтелгән, һәр «принцесса»ға иҫтәлекле бүләктәр бирелгән.
Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова патронажы аҫтында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды.
Читайте нас: