Хәҙер Өфөлә сабый тыуыу тураһында сертификатты бала табыу йорттарында уҡ бирәләр. Әлегә эксперимент рәүешендә.
Был һынау режимында 3-сө бала табыу йортонда һәм Республика клиник дауаханаһы бала табыу йортонда эшләй. ЗАГС белгестәре үҙҙәре медицина учреждениеһына барып, бөтә документтарҙы тултыра һәм дауахананан сыҡҡан көндә килтереп бирә. Киләсәктә был тәжрибәне республиканың барлыҡ бала табыу йорттарына таратыу күҙаллана.