+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Март 2020, 17:55

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы

Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, аяҡ-быуынды роботлаштырылған механотерапия ярҙамында дауалау өсөн яңы аппараттар алды.

Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, аяҡ-быуынды роботлаштырылған механотерапия ярҙамында дауалау өсөн яңы аппараттар алды.
Был аппараттар аҫҡы ослоҡтарҙың имгәнеү һәм һыныу осраҡтарынан һуң өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау, операциянан һуң быуындарҙы дауалау, хирургия әмәлдәренән һуң быуындарҙың хәрәкәтсәнлеген ауыртыныуһыҙ ҡайтарыу өсөн файҙаланыла. Аппаратты яйлаштырыу ярҙамында һәр пациентты реабилитациялау өсөн шәхси параметр һайлана. Процедураларҙы аяҡтар тура йәки тубыҡ быуынында бөгөлгән көйө лә үткәреп була.
Аппаратта шөғөлләнеүҙе операциянан һуң иртә осорҙа башлағанда хәрәкәтсәнлек тиҙерәк тергеҙеләсәк, пациент ғәҙәти тормошҡа йәһәтерәк ҡайтасаҡ. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, бындай аппараттар менән Өфөләге 3-сө, 4-се, 5-cе, 6-сы балалар поликлиникалары, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы һәм республика балалар дауаханаһы ла йыһазландырыласаҡ.
#нацпроекты
Читайте нас: