+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 20:30

"Таҙалыҡ көндәре"

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы указға ҡул ҡуйыуы тураһында белдерҙе.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы указға ҡул ҡуйыуы тураһында белдерҙе. Бынан ары Башҡортостандың ҡала һәм райондарында “таҙалыҡ көндәре” буласаҡ. Башлыҡ указына ярашлы, ай һайын кәмендә ике тапҡыр предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре тышҡа сығып, үҙҙәренең биләмәһен һәм уға яҡын урындарҙы таҙартасаҡ.
– Был турала мин оҙаҡ уйландым. Кәрәкме ул, юҡмы тип. Бында Учалы һәм Раевка өлгөләрен иҫәптә тоттом. Мәҫәлән, Учалыла аҙна һайын барлыҡ предприятие хеҙмәткәрҙәре урамға сыға һәм тирә-яҡты таҙарта. Һөҙөмтәлә Учалы - бик таҙа һәм күркәм ҡала. Был тәжрибә бөтә республикаға таралырға тейеш тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.
Бында яуаплылыҡ республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы иңенә ятасаҡ. Ведомство етәксеһе Борис Беляев белдереүенсә, тәүге бындай көн 18 мартта буласаҡ. Уның аныҡ көнөн һәм йышлығын райондар үҙҙәре хәл итәсәк. Ҡайҙалыр шаршамбы, ҡайҙалыр йома көндәрендә буласаҡ. Йылдың ваҡытына ҡарап, эштәр билдәләнәсәк. Мәҫәлән, һалҡын осорҙа биләмәне ҡарҙан таҙартыу, боҙлауыҡ менән көрәш, сүп-сар ташлау булһа, йылы ваҡыттарҙа ағас ултыртыу, йәшелләндереү, сәскә ултыртыу, шулай уҡ тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу, бина фасадтарын буяу, тәҙрәләр йыуыу һәм башҡалар булыуы ихтимал.
Бынан тыш, махсус хеҙмәттәр ҙә был көндәрҙә тулыһынса йәлеп ителәсәк. Юлдар, юл буйы, трассалар, ағаслыҡтар, парктар һәм скверҙар – бөтә ерҙә эш барасаҡ.
Был таҙалыҡ көндәре республикала даими рәүештә үтәсәк. Ул Зауыҡлы биләмәләр йылында ғына түгел, ә йыл һайын дауам итәсәк. Әйткәндәй, был таҙалыҡ көндәре "Экология" милли проекты менән дә ауаздаш. Таҙалыҡ бит һәр кемдең үҙе йәшәгән, эшләгән урынынан башлана.
#нацпроекты
Читайте нас: