Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы фракциялары етәкселәре менән осрашыу барышында “һуңғы Конституцияны ҡабул иткәндән һуң хәҙер инде ил бөтөнләй икенсегә әйләнде” тип белдерҙе. - Күптәрегеҙ төрлө ваҡытта һәм хәлдәрҙә Төп закон айырым шарттарҙа ҡабул ителде, тип белдереп килдегеҙ. Иғтибар иткән булһағыҙ, Мөрәжәғәтнамәлә был ғәҙел, тип әйттем. Хәҙер илдә хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Әлбиттә, төҙәтмәләр индереү - көн талабы, – тине Владимир Путин. Ил етәксеһе белдереүенсә, аныҡ төҙәтмәләр индерелгән закон проекты Дәүләт Думаһына тикшереүгә тәҡдим ителгән, һәм депутаттар уны беренсе уҡыуҙа уҡ хуплаған. Конституцияның тексын төҙөүҙә Федерация Советы ағзалары әүҙем ҡатнашҡан. Осрашыуҙа Владимир Путин депутаттар тәҡдименең күбеһен иҫәпкә алған. - Эш төркөмө ағзалары төбәктәргә сығып, һайлаусылар, закон сығарыусы органдар менән осрашты. Айырып шуны әйтер инем, Конституцияға үҙгәрештәр индереп, беҙ бөгөнгө көндө генә түгел, ә киләсәкте лә хәстәрләйбеҙ, – тине Президент. Ил етәксеһе белдереүенсә, яңырған Конституция кешеләрҙең ниндәй сәйәси ҡарашта, матди хәлдә, ҡайһы төбәктә йәшәүенә, диндә булыуына, милләтенә ҡарамаҫтан, бөтәһен дә берләштерергә тейеш. “Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөнә ошондай үҙгәрештәр индерелгән Төп закон тәҡдим ителер, тип уйлайым. Сәйәси йәһәттән беҙҙе берләштергән нәмәләр булыр”, – тип Президент илдә тотороҡһоҙлоҡҡа юл ҡуйылмаясағын белдерҙе.