+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2020, 12:15

Дзюдо буйынса төбәк-ара турнир уҙҙы

Ошо көндәрҙә Өфө йөҙгә яҡын спортсы ҡыҙҙы бергә йыйҙы.

Ошо көндәрҙә Өфө йөҙгә яҡын спортсы ҡыҙҙы бергә йыйҙы. Баш ҡаланың “Динамо” стадионында ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты нигеҙендә 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында дзюдо буйынса төбәк-ара турнир уҙғарылды.
Ярышҡа республика райондарынан, Татарстандан, Һамар, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән килделәр. Спортсылар ике төркөмгә – 2004–2006 һәм 2007–2008 йылда тыуған ҡыҙҙарға бүленде. Турнирҙы ойоштороусылар әйтеүенсә, бәйге Өфөләге 22-се спорт мәктәбенең өлкән тренеры, Башҡортостандың иң яҡшы тренеры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Адам Шерманов һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Лина Шерманова иҫтәлегенә арналды.
Турнирҙа Ауырғазы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнгән Лиана Ананьева – икенсе, Әлиә Әхмәҙуллина, Юлиә Привалова, Полина Казанцева өсөнсө урынды яуланы.
#нацпроекты
Читайте нас: