-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2020, 02:00

Иҫкәртеү саралары ярҙамға киләсәк

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттарына ярашлы, иҫкәртеү системаһын үҙгәртеп ҡорорға ниәтләй.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттарына ярашлы, иҫкәртеү системаһын үҙгәртеп ҡорорға ниәтләй. Йоғошло булмаған хроник сирҙәрҙе (йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, эндокрин системаһы һәм башҡа) иртә стадияла асыҡлау киләсәктә өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Был система алты йыл эсендә иҫкәртеү саралары менән йыл да 70 проценттан ашыу халыҡты солғаясаҡ тип күҙаллана. Әгәр ҙә хроник сирҙе асыҡлағанда уның ғүмер өсөн хәүеф тыуҙырмауы билдәле булһа, был хәл хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешеләр араһындағы үлем осраҡтарын кәметеүгә ҙур өлөш индерәсәк, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология сирҙәренән күпләп вафат булыуҙы туҡтатасаҡ.
Ошо система ярҙамында ир-ат араһындағы үлем осраҡтарын кәметергә теләйҙәр. Үкенескә ҡаршы, әле ул Рәсәйҙә ике тапҡырға юғары. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко әйтеүенсә, ирҙәрҙең үлем осраҡтары 18 йәштән арта башлай, ә 35-40 йәштәрҙә иң юғары нөктәһенә етә. Был осорҙа ирҙәр һәм ҡатындар араһындағы үлем айырмаһы ике тапҡырға арта.
#нацпроекты
Читайте нас в