+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2020, 11:45

“Студенттар сүп-сарҙы айырым йыйыу яҡлы” проекты

Кисә Башҡорт дәүләт аграр университетында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров студенттар менән осрашты.

Кисә Башҡорт дәүләт аграр университетында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров студенттар менән осрашты. Урал Искәндәров үҙ сығышында Башҡортостан биләмәһендә “Экология” милли проекты сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне, студенттарҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе.
Был осрашыу сиктәрендә тағы ла бер мөһим сара ҡаралғайны – “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ” ойошмаһы вәкилдәре “Студенттар сүп-сарҙы айырым йыйыу яҡлы” проектын тәҡдим итте. Ул ижтимағи, мәғариф, экология кеүек өлкәләрҙе үҙ эсенә алыу сәбәпле, айырым әһәмиәткә эйә. Проект үҙ эшен башланы тип әйтергә лә була – БДАУ биләмәһендә контейнерҙар ҡуйылды.
Шулай уҡ Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән Башҡорт дәүләт аграр университеты араһында килешеү төҙөлдө. Тәбиғәтте һаҡлауға, республикала туризм тармағын үҫтереүгә, “Экология” милли проектына ҡараған төбәк проекттарын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән килешеү сиктәрендә аграр университет студенттары махсус лекция тыңлаясаҡ, уларға дәрес-семинарҙар ойоштороласаҡ.
#нацпроекты
Читайте нас: