-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2020, 02:10

Владимир Путин Конституцияға президент сроктарын бөтөрөргә мөмкинлек биргән төҙәтмәне хупланы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Конституцияға президент сроктарын бөтөрөргә мөмкинлек биргән төҙәтмәгә үҙ фекерен белдерҙе.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Конституцияға президент сроктарын бөтөрөргә мөмкинлек биргән төҙәтмәгә үҙ фекерен белдерҙе. Дәүләт Думаһы депутаттары төҙәтмәне хупланы: 380-е – «ыңғай», 44-е «ҡаршы» тауыш бирҙе. 10 мартта Путин, Дәүләт Думаһы ултырышында сығыш яһап, Конституцияға президент сроктарын бөтөрөү тураһында төҙәтмәне хупланы һәм бының Конституция суды әлеге хәлде хуплаған осраҡта ғына булыу ихтималлығын белдерҙе, тип хәбәр итте Forbes «Ошо варианттың [президент сроктарын бөтөрөү тураһында] булыуы мөмкин, ләкин төп шарт: Конституция суды бындай төҙәтмә Конституцияға ҡаршы килмәй тигән рәсми һығымта бирергә тейеш. Беҙ бит яңы Конституция ҡабул итмәйбеҙ, ә уға мөһим төҙәтмәләр индерәбеҙ», — тине Путин. Шул уҡ ваҡытта ул Конституциянан президент сроктары һаны буйынса сикләүҙәрҙе алыуға ҡаршы икәнен әйтте. Шулай уҡ ул Дәүләт Думаһына һайлауҙы ваҡытынан алда үткәреүҙе кәрәк тип тапмауын белдерҙе. Бынан алда «Берҙәм Рәсәй»ҙән депутат Валентина Терешкованың Конституцияға үҙгәрештәр тураһында закон проектына президент сроктарын бөтөрөү хаҡында төҙәтмә индерергә тәҡдим итеүе хәбәр ителгәйне. Билдәле булыуынса, Дәүләт Думаһы депутаттары яңы Конституцияны ҡабул иткәндән һуң Конституцияға президент сроктарын бөтөрөү тураһында төҙәтмәне хупланы. 380 кеше — «ыңғай», 44-е «ҡаршы» тауыш бирҙе, тип хәбәр итте Meduza . Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү шаршамбы, 22 апрелдә була. Был көн — түләүле ял көнө.
#ВладимирПутин
Читайте нас: